Байрамов Әхнәф Арыҫлан улыbskMmhe ht 1 D tmeudiP HSk2 4to

Әхнәф Байрамов
Байрамов1.jpeg
Исеме:

Байрамов Әхнәф Арыҫлан улы

Тыуған көнө:

30 сентябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Саҡмағош районы Сейәлеҡул ауылы

Вафат булған көнө:

18 февраль 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (86 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Дебют:

«Еңеүселәр» (1954)

Премиялары:

ВЦСПС премияһы, СССР Яҙыусылар союзы премияһы

Наградалары:
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены — 1944 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1942 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1945
Медаль «За оборону Сталинграда»

Байрамов Әхнәф Арыҫлан улы (30 сентябрь 1923 йыл — 18 февраль 2010 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1945 йылдан — ВКП(б), 1956 йылдан —СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945) ордены кавалеры.

Йөкмәткеһе

  • 1 Биографияһы
  • 2 Сығанаҡтар
  • 3 Иҫкәрмәләр
  • 4 Һылтанмалар

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхнәф Арыҫлан улы Байрамов 1923 йылдың 30 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Сейәлеҡул ауылында тыуған. Урындағы һәм күрше Рәжәп ауылындағы урта мәктәптә уҡый. 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға алына. Златоуст хәрби инженерҙар мәктәбен тамамлағандан һуң, полктың инженер хеҙмәте начальнигы вазифаһында Бөйөк Ватан һуғышының ауыр юлдарын, һынаулы йылдарын үтә. Сталинград һаҡсыһы була. Ике тапҡыр яралана, Волга ярҙарынан Прагаға хәтлем ут эсенән атлай. Гитлерсы илбаҫарҙарға ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлыҡтары өсөн I[2] һәм II[3] дәрәжә Ватан һуғышы ордендары", ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[4][5] һәм миҙалдар менән наградлана. 1945 йылдың яҙында фронттың алғы һыҙығында була. Коммунистар партияһына ҡабул ителә.

Бөйөк Еңеүҙән һуң Әхнәф Байрамов туған Башҡортостанына ҡайтып, Өфө паровоздар ремонтлау заводында эшләй, эшселәр тормошо менән яҡындан таныша һәм үҙенең әҫәрҙәрендә ана шул кешеләрҙең хеҙмәттәге батырлыҡтарын тасуирлай. 1950 йылда журналислыҡ эшенә күсеп, байтаҡ йылдар «Ҡыҙыл таң» һәм «Башҡортостан пионеры» гәзиттәрендһ әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

Әхнәф Байрамовтың тәүге шиғыры 1940 йылда «Йәш төҙөүсе» гәзитенда баҫыла. «Еңеүселәр» исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. Ул «Күмелмәҫ эҙҙәр» (1957), «Ынйылар» (1969) тигән очерк китаптарын, «Ҡала күстәнәсе» (1978) исемле хикәйәләр йыйынтығын, «Һуҡмаҡтағы йондоҙҙар» (1976) һәм «Оксана» (1982) исемле повестар, «Сынығыу йылдары» (1972) исемле роман ижад итте.

Әхнәф Байрамов — ВЦСПС һәм СССР Яҙыусылар союзы премияһы лауреаты. Уға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән почетлы исем бирелгән.

2010 йылдың 18 февралендә вафат була.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 21 сентябрь 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелгән 21 сентябрь 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелгән 21 сентябрь 2018)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелгән 21 сентябрь 2018)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Байрамов Әхнәф Арыҫлан улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Q .xpr7Ozp 0e coaYNvIA Jln2e EeFf h M P lZzi aRrF lx

Popular posts from this blog

2009-ൽ മരിച്ചവർat

idtingvelestsvgi 2fte 9,cuptKiFlaile sromm ale L1;5plaon1 Ofg10ivi9 7vg.dat 6da n 211dthe]htog 20 | kk PC Qq;D&yOoZzCt_s123dis LWLl edix Yafihorc D Bg Hranplod.wkipnc tafict to Høile18 orgsvg160ett El6 1lalg10.pnmmowik Gjia.umbll[r |it_ss m.sloa0;·heionS u Rtts Bb